Үткән аҙнала балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәрендә «Йәш таланттар-2019» Бөтә Рәсәй арт-проектының I этабы булып, унда артабанғы турға үткән конкурсанттар исемлеге билдәләнде.
С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында 15 февралдә бәйгенең II һайлау туры түбәндәге номинациялар буйынса уҙасаҡ:
— «Ҡурай», «Думбыра, ҡыл-ҡубыҙ» башҡорт милли музыка ҡоралдарында уйнаусы балаларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы;
— Ҡыллы музыка ҡоралдарында уйнаусы балаларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы;
— «Баян, аккордеон», «Домра, балалайка» милли музыка ҡоралдарында уйнаусы балаларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы;
— Театр жанрҙарында сығыш яһаусы балаларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы;
— «Минең утрауым – гитара» — йәш гитаристарҙың Бөтә Рәсәй конкурсы;
— Йәш пианистарҙың Бөтә Рәсәй конкурсы;
— Тынлы, һуҡма музыка ҡоралдарында уйнаусы балаларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы;
— Йәш вокалистарҙың Бөтә Рәсәй конкурсы.
II һайлау турында еңеүселәр лауреат исеменә лайыҡ булып, диплом менән бүләкләнә. Ойоштороусылар комитеты һәм баһалама ағзаларының ҡарары буйынса, еңеүселәр Бөтә Рәсәй конкурсының III этабында ҡатнашасаҡ – ул бәйге ағымдағы йылдың март айында (20-29 март) Октябрьский, Салауат, Өфө ҡалаларында үтә.
Йәш музыканттарға уңыштар һәм ижади еңеүҙәр теләйбеҙ!
| Пн | Вт | Ср | Чт | Пт | Сб | Вс |
|---|---|---|---|---|---|---|
| 1 | ||||||
| 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
| 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
| 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
| 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | |

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.