Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында һөнәри белемде арттырыу курстары
2019-01-15

 С. Низаметдинов ис. УСМК 13 ғинуарҙан 15  ғинуарға тиклем колледж һәм Башҡортостандың Урал аръяғының балалар музыка мәктәптәре уҡытыусылары өсөн һөнәри белем  арттырыу  курстары ойошторолдо. Курстар Заһир Исмағилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, институт  ректоры профессор, БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әсфәндиәрова Әминә Ибраһим ҡыҙы булышлығы ярҙамында ойошторолдо.

Курстарҙы “Сәнғәт нигеҙҙәре һәм сәнғәт теле”  темаһы буйынса  Заһир Исмағилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, БР  атҡаҙанған   сәнғәт эшмәкәре Виталий  Александр улы Шуранов  үткәрҙе.

Курстарҙың эшендә Учалы ҡалаһынан, Учалы районы ауылдарынан 50 ашыу уҡытыусы ҡатнашты.

Виталий Александр улы тыңлаусыларҙы  уҙенең автор курсы менән таныштырҙы.  Лекторҙың  сығышынан  һәр тыңлаусы уҙе өсөн бик фәһемле,  ҡыҙыҡлы мәғлүмәт таба алды.

Профессор  Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт  колледжының  сығарылыш  курс студенттары менән  осрашты һәм  уларҙы Өфө сәнғәт институты яңылыҡтары менән таныштырҙы.  Бөгөнгө көндә ныҡлы әҙерлекле кадрҙар кәрәклеген  иҫкә алып, Өфө институтының өҫтөнлөктәрен әйтеп,  2019  йылда институтҡа ҡабул итеү ҡағиҙәләре һәм шарттары тураһында һөйләне.

Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы  администрацияһы, курстарҙы тыңлаусылар, студенттар Шуранов Виталий Александр улына  рәхмәт белдерҙеләр, артабан хеҙмәттәшлек итеүгә өмөт белдерҙеләр.

Колледж администрацияһы  Заһир Исмағилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты  профессоры, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әсфәндиәрова Әминә Ибраһим ҡыҙына курстарҙы ойоштороуҙағы ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт белдерә.

Елена Крайнова

Календарь

Апрель 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Госуслуги
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Независимая оценка качества условий осуществления образовательной деятельности
  • Образовательная платформа Юрайт
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ
  • ФГИС Моя школа

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019