17 декабрҙә С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының концерт залында Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Эльвина Ҡаюпова (сопрано) һәм Марат Ғөбәйҙуллиндың (фортопьяно) концерты булды. Концерт программаһында В. А. Моцарт, Дж. Пуччини, А. Дворжак, Н.А. Римский – Корсаков, С. В. Рахманинов әҫәрҙәре яңғыраны.