Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
«Һеҙҙең сығыш!» алып барыусылар конкурсы
2020-02-21

С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында йыл әйләнәһендә күп һанлы саралар үткәрелә: иҫтәлекле ваҡиғаларға арналған байрамдар, кисәләр, концерттар, конкурстар. Был сараларҙы алып барыусыһыҙ үткәреп булмай. Шул уңайҙан колледж студенттары араһында алып барыусылар конкурсы үткәрергә ҡарар ҡабул ителде.

21 февралдә колледждың концерт залында халыҡ-ара туған телдәр көнөн арналған «Һеҙҙең сығыш!» исемле беренсе алып барыусылар конкурсы үтте.

Сараны дөйөм белем биреү бүлеге уҡытыусылары Алевский С.А. һәм Иванова Ф.Н. ойошторҙолар һәм үткәрҙеләр. Конкурсанттарҙың сығышын жюри ағзалары баһаланы. Жюри ағзаһы составы колледж уҡытыусыларынан торҙо: Вәлиева Н.Г., Зәйнышева Ю.Р., Крайнова Е.Р., Сахаутдинова Д.А.

Ҡатнашыусылар «Визит карточкаһы» һәм «Ҙур сәхнәнән уйын» этаптарына  алдан әҙерләнгәндәр ине.  Шулай уҡ уларға ижади эштәр менән бер нисә импровизация башҡарырға тура килде. Ижади эштәр ҡатнашыусыларҙа ла, тамашасыларҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыҙы.

Конкурс бик ҡыҙыҡлы үтте. Һәр бер ҡатнашыусы бүләккә  грамота ғына түгел, ә тамашасы һөйөүен дә яуланы.

Конкурс һөҙөмтәләре:

1-се урын —  Кузьмина Ангелина

2-се урын – Назаров Вячеслав;

3-сө урын — Дәүләтҡолов Эмиль.

Сергей Алевский,

Фания Иванова

Календарь

Февраль 2026
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
232425262728  

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019