Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
«Һәр дәүерҙә лә классик әҫәрҙәр»
2022-02-14

       27 ғинуарҙа  Учалы ҡалаһы модель балалар китапханаһында XIX быуат урыҫ шағирҙары һәм композиторҙары ижадына арналған «Һәр дәүерҙә лә классик әҫәрҙәр» исемле әҙәби-музыкаль кисәһе үтте. XIX быуатта урыҫ музыкаһы әҙәбиәт үҫеше менән тығыҙ бәйләнештә булдылар. Урыҫ романсының үҫеше туранан-тура урыҫ шиғриәте йоғонтоһо аҫтында үтте.

       А.С.Пушкин, М.Ю.Лермонтов, А.А.Фет, А.И.Тютчев, А.В.Кольцов, В.А.Жуковскийҙың күп шиғырҙары А.А.Алябьев, А.Л.Гурилев, А.Е.Варламов кеүек композиторҙарҙың ижадында урын тапты. Улар ошо жанрҙа  юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән М.И.Глинка ижадына нигеҙ һалыуҙа ярҙамсы булдылар.

      Сара барышында ҡала мәктәптәре һәм лицей уҡыусылары ошо дәүер шағирҙарының шиғырҙарын һөйләнеләр. Артабан 3-сө һанлы лицейҙың 9 синыф уҡыусыһы Софья Хормушко башҡарыуында «Төн яҡты» романсын тыңланылар.

     Шиғриәт тураһында һөйләп үткәндән һуң  «Хор менән дирижерлыҡ итеү» бүлеге уҡытыусыһы Ирина Леонидовна Трушкова А.С.Пушкин, А.Е.Варламов, А.А.Фет шиғырҙарына яҙылған М.И.Глинкиның  «Я вас любил», «Не пой, красавица, при мне» исемле романстарын башҡарҙы. Концертмейстер Ирина Ивановна Протопопованың фортепианола уйнауы йөрәкә үтеп инерлек булды.

    Балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу менән романстарҙың барлыҡҡа килеү тарихы, сараға эшләнгән презентация,  «Һәр дәүерҙә лә классик әҫәрҙәр» китап күргәҙмәһе менән таныштылар.

Календарь

Март 2023
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Фев    
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Год педагога и наставника
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.