Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
«Тере хәтер»
2020-03-05

Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында февралдең һуңғы декадаһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған саралар үтте. Егеттәр өсөн хәрби-ғәмәли спорт төрҙәре буйынса ярыштар ойошторолдо (турникта тартылыу, сафта үҙеңде тотоу, автоматты йыйып-һүтеү һ.б.). Илгиз Түлебаев (1-се урын), Иҙел Әбдрәхманов (2-се урын) һәм Рамис Мәғәсүмов (3-сө урын) еңеүселәр тип табылдылар.

Инде йолаға әйләнгән «Ватанды данлайым» конкурсы патриотик йырҙарҙы башҡарыусыларҙы һәм шиғыр һөйләүселәр араһында иң яҡшыларын билдәне. Гран-приға Кузьмина Ангелина лайыҡ булды, ә төрлө номинацияларҙа еңеүселәр тип Вилдан Ғәлиәстанов, Гөлдәр Ғиниәтуллина, Айгүзәл Ямалова, «Фантазия» вокал ансамбле һәм 2-се курс студенттарының ансамбле танылды.

Шулай уҡ колледж студенттары «Тиҫтер» үҫмерҙәр клубы үткәргән «Тере хәтер» исемле сарала ҡатнаштылар. Улар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Афғанистан һәм Чечня хәрби ваҡиғаларында ҡатнашыусылар менән осраштылар. Эмиль Дәүләтколов, Диана Йәһүҙина, Азалия Ялалова, Эмиль Исҡужин, Айваз Малыбаев ветерандар алдында концерт номерҙары менән сығыш яһанылар.

Декадник сиктәрендә колледж студенттары Силәбе өлкәһе Трехгорный-1 ҡалаһы хәрби часы офицерҙары менән осрашты. Буласаҡ һалдаттарға ашығыс һәм контракт буйынса хеҙмәт тураһында һөйләнеләр.

 

Елена Сергеева

Календарь

Март 2023
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Фев    
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Год педагога и наставника
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.