Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған саралар декаднигы старт алды.
2020-04-28

Еңеү көнө — ул беҙҙең илебеҙ өсөн бөйөк байрам. Шул хәтер көнөндә беҙ Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ҡатнашҡан яугирҙарҙы иҫкә алырға тейешбеҙ. Еңеү көнө алдынан С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған саралар декаднигы старт алды. Илдә барған хәлде иҫәпкә алып, байрам саралары быйыл яңы форматта әҙерләнде.

Ошо көндәрҙә алдан иғлан ителгән «Һуғыш геройы» викторинаһына, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған интеграцияланған олимпиада-викторинаһына йомғаҡ яһаласаҡ. Тематик класс сәғәттәре, кластан тыш саралар, «Еңеү хаты», «Беҙ һуғыш тураһында шиғырҙар менән һөйләйбеҙ», «Еңеү бейеүе» исемле флешмобтар үтәсәк. «Мин хәтерләйем! Мин ғорурланам!» исемле акция үтәсәк. «Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай» тигән стенд биҙәләсәк, «Бөйөк Ватан һуғышы тарихында көн» исемле рубрика алып барыласаҡ.

Колледжың уҡытыусылары һәм студенттары Еңеү көнөнә бүләк итеп «Бөйөк еңеүгә арнала» исемле музыкаль калейдоскоп әҙерләйәсәктәр. Декадник сиктәрендә «Һуғыш йылдарындағы моңдар» исемле музыкаль эстафета уҙасаҡ. Уҡытыусылар һәм студенттар һуғыш тураһында йыр һәм көйҙәрҙе төрлө музыка ҡоралдарында башҡарасаҡтар һәм йырлаясаҡтар.

Әлбиттә, Еңеү өсөн ғүмерен бирергә әҙер булған һалдаттарҙы иҫкә төшөрәсәкбеҙ.Уҡыусылар фронт хаттарын уҡып ишеттерәсәктәр, Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған олаталары һәм ҡартаталары тураһында һөйләйәсәктәр. Беҙ һәр саҡ һуғышта ҡатнашҡан, яу яланында ятып ҡалған яугирҙарҙы хәтерләргә тейешбеҙ. Беҙҙең тыныс тормош өсөн уларға ҙур рәхмәтлебеҙ!

 

 

Календарь

Октябрь 2023
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Сен    
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Ассоциация музыкальных образовательных учреждений
  • Год педагога и наставника
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.