Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Ватанымды данлайым
2019-02-20

20 февралдә С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында Ватанды һаҡлаусылар көнө һәм Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл тулыу айҡанлы VI тасуири һөйләүселәр һәм патриотик йыр башҡарыусыларҙың конкурсы булды.

Йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Сергей Алексеевич Алевский тарафынан йыл да уҙғарылып килгән сараға ҡыҙыҡһыныу кәмемәй, киреһенсә, йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны арта ғына бара.

Быйыл конкурстың асышы тип Рәжибә Вәлиуллина (ОДУИ 4 к.), Эмиль Дәүләтҡолов (НИНР 1 к.), Лиә Сибәғәтова (ХД 1 к.), ХТ 1 к., ДПИ 2-3 к. төркөмдәре аталды. Айырыуса студенттарҙың төркөмдәре кураторҙары башҡарыуындағы «Осраҡлы вальс» йырын («Скоморохи» халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле оҙатыуында) тамашасылар йылы ҡабул итте.

Сара бер тында үтте. Сағыу сығыштар студенттарҙың ғына түгел,  баһалама ағзалары Е. Сергеева, Ф. Иванова, Э. Кайбышева һәм былтыр Гран-приҙы яулаған Эльвина Мөхәмәтдинованың да (ХТ 3 к.) күңеленә хуш килде, илһөйәрлек тойғоларын ҡуҙғытып, йөрәктәрҙе ярһытып ебәрҙе.

Конкурстың һөҙөмтәләре түбәндәгесә:

Гран-при — Анастасия Курочкина (ИНО 2 к.)

«Тасуири һөйләүселәр» номинацияһы

 I урын — Эмиль Дәүләтҡолов (НИНР 1 к.)

                    Азалия Ялалова (ХТ 1 к.);

 II урын — Лиә Сибәғәтова (ХД 1 к.)

                     Карина Иҫәнова (ХТ 3 к.);

 III урын —  Альбина Рыҫҡолова (НИНР 2 к.).

«Солистар» номинацияһы

I урын — Ләйсән Фәйзуллина (ВИ 4 к.)

II  урын — Диана Йәһүҙина (ВИ 2 к.)

III урын —  Эльвина Мөхәмәтшина (ВИ 3 к.)

                   Лиә Сибәғәтова (ХД 1 к.)

 «Ансамблдәр» номинацияһы

I урын —ХТ 1 к. төркөмө

II урын — Рәжибә Вәлиуллина (ОДУИ 4к.) һәм Вилдан Ғәлиастанов (ИНО 1 к.)

                   ХТ 3 к. төркөмө

 III урын —  ДПИ 2-3 к. төркөмө

                      ХТ 2 к. төркөмө

                      Әҙилә Ғайсина һәм ХТ 4 к.

Календарь

Апрель 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Госуслуги
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Независимая оценка качества условий осуществления образовательной деятельности
  • Образовательная платформа Юрайт
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ
  • ФГИС Моя школа

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019