Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының концерт залында хор әҫәрҙәре яңғыраны
2019-09-30

Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт

колледжының концерт залында хор әҫәрҙәре яңғыраны

30 сентябрь Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының концерт залында Башҡортостандың Дәүләт академия хор капеллаһы концерт менән сығыш яһаны.

2017 йылда  Башҡортостандың Дәүләт академия хор капеллаһына башҡорт хормейстеры, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһына нигеҙ һалыусы, Башҡортостандың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Таһир Сәйфуллиндың исеме бирелде. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһы Бөтә Рәсәй хор капеллаһы коллективтары араһындағы фестивалдә дипломант була. Башҡорт хормейстеры етәкселегендә Башҡортостандың хор капеллаһы Рәсәйҙең алдынғы хор коллективтарының береһе булып, республика мәҙәниәтенә уның айырылғыһыҙ өлөшө, хор оҫталығы өлгөһө булараҡ инде.

Колледждың концерт залында баш дирижер Алһыу Хәсбиуллинаның художество етәкселегендә ижади коллектив музыкаль бағышлама башҡарҙы. Калина Зеленина концертмейстер булды.   

   Тамашасылар, ғәжәйеп моң тыуҙырыусы дирижер һәм хор коллективының  оҫталығы менән  һоҡландылар.  Концерт йылы ижади атмосферала үтте, тамашасылар күңеленә хуш килде. 

Матур концертығыҙ өсөн колледж администрацияһы, уҡытыусылар, студенттар үҙҙәренең рәхмәт һүҙҙәрен еткерәләр.

педагог-ойоштороусы

Наилә Валеева

 

 

Календарь

Март 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Фев    
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Ссылки

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.