Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
«Сәскә ат, Республикам!»
2019-10-14

Йыл һайын, октябрҙең тәүге декадаһында, С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған саралар уҙғарыла. Быйылғы уҡыу йылы ла ситтә ҡалманы. Иң сағыу сараларҙың береһе булып «Берҙәм ғаиләлә» тип исемләнгән йәрминкә булды. Колледждың бөтә бүлек студенттары һәм уҡытыусылары Башҡортостанды күп милләтле мәҙәни йолаларға бай булыулы край булараҡ күрһәттеләр. Ун төркөмдөң һәр береһе билдәле бер милләтте һайланы, сөнки рус һәм татарҙар, сыуаш һәм мариҙар, удмурттар һәм башҡа халыҡтар башҡорттар менән бына нисәмә быуат инде күрше һәм дуҫ йәшәйҙәр. Студенттар үҙҙәренең кураторҙары менән бергә өҫтәлгә милли ризыҡтар әҙерләнеләр. Балалар үҙҙәре әҙерләгән ризыҡтың серҙәрҙе менән ихлас уртаҡлаштылар, төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм йолалары тураһында һөйләнеләр, үҙ сығыштарын бейеү, фольклор уйындары, йыр менән оҙата килделәр.

Республика көнө алдынан колледж уҡытыусылары Малышкина Л.В. һәм Илһамова А.Г. беренсе курс студенттары менән ҡаланың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында булдылар. Был сәфәр студенттарҙа онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы һәм шулай уҡ тыуған яҡтың тарихына ҡыҙыҡһыныу тойғоһо уятты. Экскурсия Учалы оҫтабикәләр тарафынан эшләнгән ҡурсаҡтар күргәҙмәһе менән тамамланды. Шулай уҡ музей хеҙмәткәрҙәре студенттар өсөн «Сәскә ат, Республикам» исемендәге квест-уйын ойошторҙо. Уйындың һорауҙары үҙенең төрлөлөгө менән айырылып торҙо, тыуған яҡтың тарихын, мәҙәниәтен һәм тәбиғәтен белеү фараз итте. Тыуған яҡты өйрәнеү сәйәхәте йәш эҙәрмәндәрҙе битараф ҡалдырманы.

                                                                                    Л. Малышкина, Е. Сергеева

Календарь

Апрель 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Госуслуги
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Независимая оценка качества условий осуществления образовательной деятельности
  • Образовательная платформа Юрайт
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ
  • ФГИС Моя школа

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019