Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
 Романс кисе
2020-01-17

2020 йылдың 17 ғинуарында Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында «Рус Романс кисе» үтте. Сара рус теле аҙналығы сиктәрендә үткәрелеп  XIX быуат шағирҙары, композиторҙары ижадына арналды. Кисәгә Учалы районы һәм ҡалаһының лицей, гимназия һәм мәктәптәренең туғыҙынсы синыф уҡыусылары һәм  рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары саҡырылған ине.

Колледж уҡытыусыһы Трушкова И.Л. романстың барлыҡҡа килеү тарихы, жанр, күркәм әҫәрҙәр ижад иткән композитор һәм шағирҙар тураһында һөйләне.

Сағыу презентация (һүрәттәр, фото, афиша) һәм тере музыка ярҙамында ҡунаҡтар xix быуаттың музыка атмосфераһына сумды. «Хор менән дирижерлыҡ итеү» бүлеге студенттары Лира Хәбибулина (1 курс), Ангелина Кузьмина (2 курс), Лия Сибәғәтова (2 курс) уҡытыусылары Трушкова И.Л. менән А.Пушкин, М.Лермонтов, А.Плещеев, Н.Титовтың шиғырҙарына яҙылған А.Алябьев, А.Варламов, Д.Бортнянский, Ф.Толстой, С.Рахманиновтың романстарын башҡарҙылар. Протопопова Ирина Ивановна концертмейстер булды.

Һуңынан С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы тураһында фильм күрһәтелде. Кисә аҙағында вокал триоһы башҡарыуында Яков Дубравиндың йырҙары яңғыраны.

С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының

 «Хор менән дирижерлыҡ итеү” бүлеге уҡытыусыһы Трушкова И.Л.

 

Календарь

Апрель 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Госуслуги
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Независимая оценка качества условий осуществления образовательной деятельности
  • Образовательная платформа Юрайт
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ
  • ФГИС Моя школа

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019