Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Йәш йырсыларҙың Салауат Низаметдинов исемендәге II асыҡ республика конкурсы
2019-03-06

2017 йылда Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында тәүге тапҡыр йәш йырсыларҙың Салауат Низаметдинов исемендәге I асыҡ республика конкурсы үткәйне (сара сиктәрендә композиторҙың тормошона һәм ижадына арналған музей ҙа асылды). 2019 йылдың  5-6 мартында йәш йырсылар яңынан Учалы ҡалаһына йыйылды – инде был юлы Салауат Низаметдинов исемендәге II асыҡ республика конкурсында ҡатнашыу маҡсатында Өфө, Салауат, Октябрьский, Сибай, Учалы музыка колледждары, шулай уҡ З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһы студенттары килде. Бәйге өс йәш төркөмөндә ике номинацияла — академик йырлау һәм эстрада йырҙарын башҡарыу буйынса ике турҙа барҙы. Конкурсанттарҙы жюри рәйесе – профессор, З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының йыр сәнғәте кафедраһы мөдире, РФ һәм БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены һәм «Мәҙәниәттәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе менән наградланған,  Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға йәш йырсыларҙың  республика конкурсы лауреаты, РФ Мәҙәниәт министрлығы янындағы музыкаль белем биреү буйынса координация Советы һәм йыр сәнғәте буйынса Совет ағзаһы Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова һәм профессор, З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының этномузыкология кафедраһы мөдире, сәнғәт фәндәре кандидаты, РФ һәм БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РФ һәм БР композиторҙар союзы ағзаһы Нелли Васильевна Әхмәтйәнова; З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының йыр сәнғәте кафедраһы профессоры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, РФ һәм БР атҡаҙанған артисы, РФ театр эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, М. Аҡмулла һәм М.Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты Йәмил Әбделәхәт улы Әбделмәнов баһаланы. 

Был конкурс БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Мәҙәниәт министрлығының белем биреү буйынса республика уҡыу-методика үҙәге, З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының ярҙамы менән ойошторолдо.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың репертуарын рус һәм сит ил композиторҙарының романстары, боронғо ариялар һәм халыҡ йырҙары тәшкил итте. Бәйге шарты буйынса, һәр ҡатнашыусы шулай уҡ Салауат Низаметдиновтың бер әҫәрен башҡарырға тейеш ине. Сөнки С. Низаметдиновтың ижади мираҫын һәм башҡорт музыка сәнғәтен пропагандалау — конкурс бурыстарының береһе.

5 март көнө, беренсе тур тамамланғас, Ф.Ф. Сәғитова һәм Й.Ә. Әбделмәнов колледж уҡытыусыларына, студенттарға оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Улар үҙҙәренең педагогик алымдары менән бүлеште.

6 март конкурстың икенсе туры үтте. Ҡатнашыусылар оло тулҡынланыу менән һөҙөмтәләрҙе иғлан иткәнде көттө. Гран-приҙы З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының 1 курс студенты Рәшиҙә Байгилдина яуланы. Октябрьский, Учалы һәм Салауат колледждары, З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһы студенттары I дәрәжә дипломдары менән бүләкләнде.

Конкурсты ябыу тантанаһы сағыу тамашаға әйләнде. Күренекле композиторҙың иҫтәлегенә уның әҫәрҙәре «Уралым» халыҡ музыка ҡоралдары оркестры (етәксеһе Олег Крайнов), «Камертон» академик хоры (Елена Еремкина), «Экспромт» вокаль ансамбле ( Эльза Кайбышева), «Мюзет» инструменталь ансамбле (Олег Крайнов), «Классика» скрипкасылар ансамбле (Айгөл Хәйруллина), шулай уҡ солистар Гөлнара Батырова, Рәшиҙә Байгилдина, Ләйсән Фәйзуллина, Вилдан Әһлиев башҡарыуында яңғыраны.

Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова конкурста ҡатнашыусыларҙың, уҡытыусыларҙың, концертмейстерҙарҙың тырыш хеҙмәтен, музыкаға һөйөүҙәрен баһалап, классик һәм халыҡ ижадын пропагандалауға, Салауат Низаметдиновтың ижадын киң таратыуға индергән өлөштәре өсөн рәхмәтен белдерҙе. Жюри ағзалары еңеүселәргә, уҡытыусыларға һәм концертмейстерҙарға дипломдар, рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Учалы районы хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары З. Гордиенко менән Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы директоры А.Ғимазитдинова конкурсанттарҙы ҡотлап, абруйлы жюри ағзаларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Жюри ағзалары сәскәләр, колледж студенттары тарафынан яһалған бүләктәр менән бүләкләнде.

Йәш йырсыларҙың Салауат Низаметдинов исемендәге II асыҡ республика конкурсы һөҙөмтәләре

 

Академик йырлау

Кесе төркөм

II дәрәжә лауреаты

Марсель Хәбибуллин, Октябрьский музыка колледжы

Алина Ниғмәтуллина, Өфө сәнғәт училищеһы (колледж)

III дәрәжә лауреаты

Алтынай Әхмәҙиева, С. Низаметдинов ис. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы

Нәркәс Ахунйәнова, Сибай сәнғәт колледжы

Уртансы төркөм

I дәрәжә лауреаты

Татьяна Веселова, С. Низаметдинов ис. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы

Элина Ҡадирова, Октябрьский музыка колледжы

II дәрәжә лауреаты

Азат Әхмәтханов, С. Низаметдинов ис. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы

Алсыу Вәлиуллина, Октябрьский музыка колледжы

III дәрәжә лауреаты

Заһир Аҡҡулов, Сибай сәнғәт колледжы

Айгиз Ишмырҙин, Сибай сәнғәт колледжы

Альбина Кәримова, Сибай сәнғәт колледжы

Розалия Ноғоманова, Өфө сәнғәт училищеһы (колледж)

Дипломанттар

Әлиә Әлмәкәева, Октябрьский музыка колледжы

Юлиә Әбдрәшитова,  Сибай сәнғәт колледжы

Эмилия Карамова, Өфө сәнғәт училищеһы (колледж)

Өлкән төркөм

Гран-при

Рәшиҙә Байгилдина, З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһы

I дәрәжә лауреаты

Эльвира Исхаҡова, З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһы

Эстрада йырҙарын башҡарыу

Кесе төркөм

III дәрәжә лауреаты

Лиана Лотфуллина, Октябрьский музыка колледжы

Диана Йәһүҙина, С. Низаметдинов ис. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы

Дипломант

Гөлфиә Назарова, Салауат музыка колледжы

Уртансы төркөм

I дәрәжә лауреаты

Рәмис Әминов, Салауат музыка колледжы

Айрат Баязитов, С. Низаметдинов ис. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы

II дәрәжә лауреаты

Алина Ғәзизова, Салауат музыка колледжы

Гүзәл Ғәзизова, Октябрьский музыка колледжы

Эдуарда Марченко, Октябрьский музыка колледжы

III дәрәжә лауреаты

Азамат Әхмәтханов, С. Низаметдинов ис. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы

Илмира Хөсәйенова, Салауат музыка колледжы

Салауат Низаметдиновтың әҫәрҙәрен иң яҡшы башҡарған өсөн

Академик йырлау

Өлкән төркөм

Рәшиҙә Байгилдина, З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһы

Эстрада йырҙарын башҡарыу

Уртансы төркөм

Айрат Баязитов, С. Низаметдинов ис. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы

Башҡорт халыҡ йырын иң яҡшы башҡарған өсөн

Академик йырлау

Уртансы төркөм

Заһир Аҡҡулов, Сибай сәнғәт колледжы

Элина Ҡадирова, Октябрьский музыка колледжы

 

Календарь

Апрель 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Госуслуги
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Независимая оценка качества условий осуществления образовательной деятельности
  • Образовательная платформа Юрайт
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ
  • ФГИС Моя школа

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019