Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Фольклор һәм уның жанрҙары.
2020-03-18

Фольклор – ул ололарҙың быуындан-быуынға, телдән-телгә күскән мираҫы. Рәсәйҙә хореография сәнғәтенең алтын фондын тап фольклор булдырған. 2020 йылдың 18 мартында С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында буласаҡ хореографтар өсөн Ғайсарова Г.Р. «Фольклор һәм уның жанрҙары» исемле темаға класс сәғәттәре үткәрҙе. Сараны Учалы филармонияһының «Хазина» халыҡ фольклор коллективы асты. Етәксеһе — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғ.Кудрявая. «Минең аҡ яулығым» исемле программа аҫтында халыҡ ижадының музыка, йыр, бейеү жанрын күрһәттеләр. Ғ.Кудрявая яулыктың һәр ҡатын-ҡыҙҙың тормошонда әһәмиәтен билдәләне, уның символы булараҡ тәғәйенләнеше тураһында, гүзәллек, статус, социаль хәле һ. б. хаҡында һөйләне. Шулай уҡ уҡыусылар башҡорт һәм рус халыҡ йомаҡтарын систеләр, тиҙәйткестәр әйттеләр. Ғайсарова Г.Р. халыҡ уйындарын үткәрҙе. Сара Ғайсарова Г.Р. тарафынан ҡуйылған «Ҡарға бутҡаһы» исемле бейеү менән тамамланды. Бейеүҙе 4 курс студенттары башҡарҙы.

 

Календарь

Апрель 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Госуслуги
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Независимая оценка качества условий осуществления образовательной деятельности
  • Образовательная платформа Юрайт
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ
  • ФГИС Моя школа

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019