Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
ЕВРОВИДЕНИЕ- 2019
2019-02-13

13 февраль көнө С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында йыл һайын үткәрелеп килгән йыр конкурсы «Евровидение-2019» үтте. Быйылғы бәйге Ғашиҡтар көнөнә арналды. Мөхәббәт тураһындағы йырҙар башҡорт, рус, украин, хатта итальян һәм испан телдәрендә лә яңғыраны. Студенттар был конкурста һәр саҡ оло теләк менән ҡатнаша, сөнки үҙҙәренең ижади ҡеүәһен күрһәтә ала. 

Алып барыусылар — Р. Мөғәллимов (1 курс, оркестр өсөн тынлы һәм һуҡма инструменттар) һәм А. Ғарифуллина (3 курс, хореография ижады) конкурсты рус һәм инглиз телдәрендә алып барҙы. Улар йыр бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙы иғлан итеп кенә ҡалмай, төрлө илдәрҙең туй, никах йолаларына бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән дә бүлеште.

Көйәрмәндәр үҙҙәренең йырсыһы өсөн ихлас янып-көйҙө. Тамашасыларҙы сағыу сығыштары менән ҡыуандырған йырсылар алҡыштарға күмелде.

         Баһалама составына Э. К. Кайбышева, Э. Р. Вәлиуллина, Ф. Н. Иванова һәм Л. М. Юдина кеүек үҙ эшенең оҫталары инде. Жюри ағзалары өсөн иң-иңдәрҙе билдәләү, призлы урындарҙы бүлеү бик ауырға төштө, сөнки һәр бәйгесе лайыҡлы сығыш яһаны. Һөҙөмтәлә бына улар — еңеүселәр:

Гран-при — Анастасия Курочкина (2 курс, халыҡ оркестры инструменттары);

1 урын —  Надежда Лабастова (4 курс, хор менән дирижерлыҡ итеү);

                Диана Йәһүҙина (2 курс, йыр сәнғәте);

                Татьяна Веселова (3 курс, йыр сәнғәте);

2 урын —  Динара Дәүләтшина (4 курс, йыр сәнғәте);

                Зөһрә Шәмсетдинова (2 курс, халыҡ оркестры инструменттары);

                Булат Аллаяров (2 курс, йыр сәнғәте);

                Азат һәм Азамат Әхмәтхановтар (3 курс, йыр сәнғәте);

3 урын – Ләйсән Фәхрисламова (4 курс, йыр сәнғәте)

                 Лиә Сибәғәтова (1 курс, хор менән дирижерлыҡ итеү).

            Сара һуңында бүләкләү тантанаһы уҙҙы, һәр ҡатнашыусыға грамота тапшырылды. Учалылағы «Евровидение-2019» сағыу, ҡыҙыҡлы булды. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың төплө әҙерлеге бик һөйөндөрҙө. Тамашасыларҙың күңелендә был сара тик ыңғай тойғолар ҡалдырҙы. 

Январь 2020
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Дек    
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031  

Ссылки

  • 2020 год — ГОД ПАМЯТИ И СЛАВЫ
  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://rumcrb.ucoz.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://www.leading-culture.ru/reestr.php?uid=43
  • http://www.morb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • https://culture.bashkortostan.ru
  • VI Всемирная фольклориада- 2020
  • Год памяти и славы в ознаменование 75-летия Победы
  • Единый портал Республики Башкортостан в сфере бизнеса и инвестиций
  • Культура.РФ

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ - RSS 2.0" >

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2012 г.