Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
#Өйҙә Студенттар форумы
2020-02-05

5 февралдә «Торатау» конгресс-холында #ӨЙҘӘ Студенттар форумы үтте. Ул Башҡортостандан ситтә белем алыусы йәштәр өсөн ойошторолдо. Төп маҡсаты – белгес дипломы алғас, йәштәрҙе тыуған республикаларына ҡайтырға саҡырыу.

Форум үткәреү идеяһын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итә. Әммә объектив сәбәптәр арҡаһында үҙе сарала ҡатнаша алмай. Шуға ла студенттар өсөн ул видеомөрәжәғәтнамә яҙҙыра.

Форумға бик күп ҡатнашыусы килә. Студенттарҙың күбеһе Мәскәү, Санкт-Петербург, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан һәм сит илдәрҙән ҡайтты. Студенттар 12 тематик майҙансыҡта ҡатнашты, актуаль һорауҙар буйынса фекер алышты.

С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының «Хореграфия ижады» бүлеге студенттары Мәҙәниәт һәм сәнғәт майҙансығында фекер алыштылар. Форум эшендә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, республика Хөкүмәте, район-ҡала хакимиәте вәкилдәре, шулай уҡ республика вуздары һәм төрлө предприятие етәкселәре ҡатнашты. Осрашыуға ҡайтҡан студенттарҙың барыһы ла төбәктең башҡарма власть органдарында стажировка үтеү өсөн сертификаттарға эйә булды.

С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының “Декоратив-ғәмәли сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре” бүлеге уҡытыусылары Хөснуллина Ю.А. һәм Шәрәфутдинова И.И. үҙ һөнәрҙәре буйынса өс экспозиция тәҡдим иттеләр. Ҡунаҡтарҙа таштан эшләнгән әйберҙәр, этник ювелир биҙәүестәр, башҡорт кейемендәге сувенир ҡурсаҡтар, шулай уҡ нәфис кейеҙ техникаһында эшләнгән декоратив панно кыҙыкһыныу уятты. Шулай уҡ уҡытыусылар форум ҡунаҡтары өсөн кейеҙ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙеләр.

Календарь

Апрель 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Госуслуги
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Независимая оценка качества условий осуществления образовательной деятельности
  • Образовательная платформа Юрайт
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ
  • ФГИС Моя школа

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019